«Яҡты хәтер-тарих биттәрендә» әҙәби сара

Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы студенттары өсөн Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата ижадына һәм тормош юлына арналған «Яҡты хәтер-тарих биттәрендә» исемле әҙәби сара үткәрҙе.

Яныбай Хамматов — яҙыусы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт, Ким Әхмәтйәнов һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премиялар лауреаты, башҡорт әҙәбиәтенең проза йүнәлешендә бай мираҫ ҡалдырған оло шәхес.

Әҙәбиәткә бай тормош тәжрибәһе менән килгән Яныбай Хамматов тәрән мәғәнәле әҫәрҙәре менән әҙәбиәт һөйөүселәргә халҡыбыҙ тарихының яңы биттәрен асты.

Студенттар Яныбай Хаммат улы Хамматовтың «Төньяҡ амурҙары» әҫәрендә башҡорт полктарының хәрби юлы һәм батырлығын һүрәтләгән китаптың йөкмәткеһе менән тулыһынса танышып, һорауҙарға яуаптар бирҙеләр.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Милә Зөфәр ҡыҙы Аллағолова, әҙиптең ҡыҙы Гүзәл тәржемәһендә һәм ейәне Алһыу биҙәүендә «Пасынок», «Карьера», «Ағиҙел стремится в Волге» китаптары тураһында, ваҡытлы матбуғат «Шоңҡар» журналы биттәрендә Яныбай Хаммат улы Хамматовтың хаҡында баҫылған мәғлүмәт менән таныштырып үтте.

Яҙыусының тәүге өс романы буйынса 4 сериялы нәфис фильм төшөрөлгән. Уҡыусылар «Башҡорттар китте һуғышҡа…» романы буйынса 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының үткән данлы, шанлы юлды тасуирлаусы эпик әҫәр буйынса төшөрөлгән кино ҡаранылар.

Әҙәби сара һуңынан китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан Яныбай Хамматовтың ижадына арналған «Тарих яҙҙы- халҡын ҙурланы» исемле китап күргәҙмәһендә урын алған, әҙәбиәт үҫешенә ҙур өлөш индергән «Бөртөкләп йыйыла алтын», «Аҡман-тоҡман», «Йәшенле йәй», «Юрғашты», «Руда» романдарына байҡау яһаны.

haibcbs.ru/2025/03/07…